Тыуған төйәгеңде беләһеңме?08.02.2017
Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы менән берлектә “Мөғжизәле Башҡортостан – тыуған илем!” конкурсын иғлан итә.
Викторинала ҡырҡ һорау тәҡдим ителә. Уларға яуапты 15 мартҡа тиклем яҙма йәки электрон вариантта ҡабул итәләр:
Белорет районы, Рәүәт ауылы, Көньяҡ Урал ҡурсау­лығының үҙәк йорто; [email protected].
Еңеүселәр үҙ теләге буйынса Башҡортостандың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең ҡайһыныһын барып күрергә теләй, шунда сәйәхәт менән бүләкләнә. Бынан тыш, һәр тәбиғәт биләмәһе үҙенең махсус приздарын да әҙерләгән. Ваҡыт аҙ ҡалды, дуҫтар. Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ.
Һорауҙар һәм конкурстың шарттары менән ҡурсаулыҡтың сайтында тулыраҡ танышырға була.


Вернуться назад