Сүп өйөмдәренә ҡаршы бергәләп көрәшәйек08.02.2017
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы “Сүплектәрҙең интерактив картаһы”на мәғлүмәт индереүҙе дауам итә. Ошо көндәрҙә сүплектәргә бәйле тағы ла биш мөрәжәғәт килде. Улар иҫәбендә Белорет районының Үрге Арша ҡасабаһы һәм Өфө районының Дмитриевка ауылы эргәһендәге сүплектәр ҙә бар.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Генераль өмә” проектына ингән “Сүплектәрҙең интерактив картаһы” эшләй башлағандан алып граждандарҙан 100-ҙән ашыу мөрәжәғәт килгән. Картала төрлө күләмдәге сүплектәр буйынса 90-ға яҡын мәғлүмәт урын алған.
Модератор тарафынан хупланған белдереүҙәр – ҡыҙыл, әүҙем башланған һәм сара күрелгәндәре – һары, тулыһынса ябылған сүплектәр йәшел төҫтәге нөктә менән билдәләнгән. “Генераль өмә” проекты эксперты Дмитрий Миронов әйтеүенсә, халыҡ нигеҙҙә рөхсәтһеҙ асылған сүплектәргә зарлана. Икенсе урында – ҙур сүплектәр, өсөнсөлә иһә формаль яҡтан законлы булған, әммә тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙған “һоро” полигондар килә.
Әйткәндәй, сүп-сарға бәйле мөрәжәғәттәр һаны буйынса Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе беренселекте биләй. Был төбәктә 21 сүплек теркәлгән. Мөрәжәғәттәр килеүен дауам итә.