Яҙғы ташҡын көслө булмаҡсы08.02.2017
Яҙғы ташҡын көслө булмаҡсы Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы яҙғы ташҡынға әҙерлекте башланы. Селектор кәңәшмәһендә йылғаларҙың ташыуына ҡаршы көрәшергә тейешле ҡотҡарыусылар төркөмдәрен ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде.
“Антистихия” үҙәгендә 2017 йылда яҙғы ташҡынды үткәреү буйынса яҡынса прогноз әҙерләнде. Федерацияның 20 төбәгендә хәлдең киҫкенләшеүе көтөлә. Себер федераль округында Кемерево, Новосибирск, Томск, Омск өлкәләрендә, Алтай крайында һәм Алтай Республикаһында ҡотҡарыусылар көтөлмәгән ваҡиғаларға әҙер булырға тейеш. Волга буйы федераль округында иһә Башҡортостан, Татарстан, Мари Иле, Мордва, Удмурт һәм Сыуашстан республикаларында, Киров, Түбәнге Новгород, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләрендә ташҡынға айырым иғтибар биреү шарт. Уралда Ҡурған, Свердловск һәм Төмән өлкәләрендә ташҡын көслө булмаҡсы. Әле әҙерлек эштәре әүҙем бара. Ҡотҡарыусылар 200 тоннанан ашыу шартлатҡыс туплаған. Боҙ тығындары барлыҡҡа килеү хәүефе булған 230 йылғала ташҡын осоронда шартлатыу эштәрен тормошҡа ашырыу күҙаллана. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе йыһандан күҙәтеү системаһы әүҙем ҡулланыласаҡ. Алты меңдән ашыу хәүефле районда оператив контроль ғәмәлгә ашырыласаҡ.


Вернуться назад