Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында башҡорт балын экспортҡа сығарыу мәсьәләләрен тикшерҙеләр. “Түңәрәк өҫтәл” эшендә Хөкүмәт, Ауыл хужалығы министрлығы, “Россельхознадзор”, ғилми ойошмалар, умартасылар берекмәләре вәкилдәре, бал етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр, эксперттар ҡатнашты. Республикабыҙҙа 2020 йылға тиклем умартасылыҡты үҫтереү концепцияһы эшләнгәйне. Ул ҡорт күстәрен 480 меңгә һәм бал етештереүҙе 8,5 мең тоннаға еткереүҙе күҙаллай. Һуңғы бер нисә йылда һауа шарттары ҡатмарлы булғанға күрә үҫеш бер аҙ тотҡарланды. Дәүләт кимәлендә тармаҡҡа ярҙам күрһәтелмәүе лә эшкә ҡамасаулай.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар “Умартасылыҡты үҫтереүҙең һәм умартасылыҡ продукцияһы эшкәртеүселәргә булышлыҡ итеүҙең республика программаһы”н әҙерләү буйынса эш төркөмө төҙөргә ҡарар итте. Шулай уҡ яҡын арала Сауҙа-сәнәғәт палатаһына “Башҡортостан Республикаһында умартасылыҡ тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәр ебәреү күҙ уңында тотола. Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, ошо тәҡдимдәргә таянып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына мөрәжәғәт әҙерләргә тейеш. Сарала балды тикшереү һәм сертификатлау буйынса лаборатор үҙәк асыу мәсьәләһе ҡаралды. Ул “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы нигеҙендә эшләйәсәк.
Әле республикалағы бөтә милек формаһындағы хужалыҡтарҙа 357 мең күс иҫәпләнә. Шуларҙың 301 меңе (84 проценты) – шәхси, 42 меңе (12 проценты) крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында, 14 меңе (4 проценты) ауыл хужалығы предприятиеларында тупланған. Былтыр төбәктә балдың тулайым йыйымы 11 мең тонна тәшкил иткән.