Авдонда иҫтәлекле обелиск ҡуйыла07.02.2017
Авдонда иҫтәлекле обелиск ҡуйыла Башҡортостанда Совет һалдатына арналған иҫтәлекле обелиск һәм ике скульптур композиция барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы финанслау Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең 2017 йылғы планына индерелгән.
Республиканың Мәҙәниәт ми­нистр­лығынан хәбәр итеүҙәренсә, объекттарға нигеҙ һалыу һәм тирә-яғын төҙөклән­де­реү төбәк бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ. Һәйкәлдәр Совет һалдаты фигура­һынан һәм ике пилондан торасаҡ. Улар Ҡырмыҫҡалы ауылында һәм Ишембай ҡалаһында урын­ла­шасаҡ. Иҫтәлекле обелискты иһә Өфө районының Авдон ауылында асыу күҙаллана. Эштәрҙең авторы – яҡташыбыҙ, Рә­сәй скульптор-монументалисы, архитектор Денис Стритович.


Вернуться назад