Шүлгәнташта 3G селтәре барлыҡҡа килде07.02.2017
Шүлгәнташта 3G селтәре барлыҡҡа килде Республика Башлығының күрһәтмәһенә ярашлы Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында кәрәҙле элемтә барлыҡҡа килде.
— Ҡурсаулыҡта бәләкәй “фемтосота” махсус станцияһы ҡуйылып, уңышлы эшләй башланы. Лагерға килгән туристар мобиль Интернет һәм элемтә мөмкинлектәрен тулыһынса файҙалана ала. Яңы ҡулайлама республикалағы төп ҡурсаулыҡтың инфраструктураһын яҡшыртыу йәһәтенән мөһим аҙым булды, — тине республиканың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Шәғәлин.
Ҡурсаулыҡ биләмәһенә былтыр ғына 42 мең кеше килгән. Республика Хөкүмәте күҙаллауынса, тейешле инфраструктура булдырылыу, музей асылыу менән был һан 100-150 меңгә артыуы ихтимал.
Кәрәҙле элемтә арҡаһында төбәккә туристарҙы ылыҡтырыу һәләте лә байтаҡҡа артты. Хәҙер ҡурсаулыҡҡа килеүселәр фотолар, видеолар менән уртаҡлаша, баһаларын ҡалдыра, сәйәхәт тураһында юлъяҙмалар яҙа, күргәндәре тураһында өҫтәмә мәғлүмәттәр таба, республика буйлап артабанғы йүнәлеште күҙаллай ала.


Вернуться назад