Ҡандракүлдең серҙәре күп01.02.2017
“Экология мәсьәләләре кисектергеһеҙ сара күреүҙе талап итә, сөнки муниципалитеттың һыу һәм урман ресурстары сикһеҙ түгел”, – тип белдерҙе Туймазы райо­ны хакимиәте башлығы Булат Хәлиуллин районда
Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын асыу тантанаһына йыйылғандарҙы сәләмләп.
Район хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Экология йылында Туймазыла тәү сиратта ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләһе ҡайтанан ҡараласаҡ. Әле яңы полигонды проектлау, төҙөү һәм файҙаланыу хоҡуғына килешеү төҙөлгән. Заманса полигондың тәүге майҙансығы 1 ғинуарҙа сафҡа инде.
Киләсәктә сүп-сарҙы сорттарға айырған автоматлаштырылған заманса комплекс төҙөү күҙаллана. Ул байтаҡ мөһим пробле­маларҙы, шул иҫәптән халыҡты эш менән тәьмин итеү, етештереү күләмен арттырыу мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк, тирә-яҡ мөхиткә зыянды кәметәсәк. Быйыл рөхсәтһеҙ асылған сүплектәрҙе ябыу проблемаһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
Район биләмәһендә урынлашҡан “Ҡандракүл” тәбиғәт паркы даими һаҡлауға мохтаж. Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын асыу көнөндә Хәтмулла Солтанов исемендәге эҙәрмәндәр берекмәһе етәксеһе, тыуған яҡты өйрәнеүсе Юрий Бирюзовтың “Ҡандракүл серҙәре” китабы менән таныштырҙылар. Сараның аҙағында экология йүнәлешендәге район конкурстарында еңеп сыҡҡан уҡыусыларға бүләктәр тапшырылды.


Вернуться назад