5 – 7 апрелдә Нефтекама ҡалаһында Ф. Ҡудашева исемендәге “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсы уҙа. 16-35 йәшкә тиклемге үҙешмәкәр башҡарыусылар, шулай уҡ музыка училищеларындағы вокал бүлектәренең I-II курс студенттары бәйгелә ҡатнаша ала. Сараның маҡсаты – туғандаш халыҡтар мәҙәниәттәрен үҫтереү, үҙ-ара байытыу, милли мәҙәниәттең йәш “йондоҙҙарын” асыу, йәш башҡарыусыларға булышлыҡ итеү, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм БДБ илдәрендә йәшәгән айырым башҡарыусылар, һәүәҫкәр коллективтар араһында ижади бәйләнеш булдырыу, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларын, эшлекле даирәләрҙе бергә туплау, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу.
Ғаризалар 3 апрелгә тиклем gukrcnt@mail.ru, kultura_neft@mail.ru электрон адрестарына ҡабул ителә. Яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән ҡатнашырға теләгәндәр өсөн ситтән тороп һайлап алыу туры ойошторола. Бының өсөн 20 мартҡа тиклем gukrcnt@mail.ru электрон адресына ғариза һәм ике йырҙың фонограммаһын ебәреү шарт. Белешмәләр өсөн телефондар: 8(347) 289-66-96, 8 905 355 44 20, 8 987 103 48 44, 8 (34783) 4-92-32, 4-24-72, 8 (34783) 3-41-80, 3-50-49.