Бабич ижадына битараф ҡалма!01.02.2017
Башҡортостанда Шәйехзада Бабич ижадына һәм республиканың 100 йыллығына арналған конкурсҡа уҡыусыларҙың ижади эштәре ҡабул ителә. Бәйгелә өс йәш төркөмөндә II-ХI класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Номинациялар: шиғриәт, проза (хикәйә, инша, повесть, миниатюра), публицистика (мәҡәлә, очерк, фельетон).
Конкурсҡа башҡорт һәм рус телдәрендә шәхсән ижад ителгән әҫәрҙәр генә ҡабул ителә. Тема ирекле, әммә ул Шәйехзада Бабичтың тормошо һәм ижады, республиканың 100 йыллыҡ байрамы менән ауаздаш булырға тейеш.
Конкурс өс этапта уҙғарыла. 1– 28 февралдә үтәсәк тәүге этап­та ижади эштәр ҡабул ителә, 1 – 15 мартта конкурс ко­миссияһы эштәрҙе баһалай. Өсөнсө этапта бәйгелә ҡат­нашыусылар, еңеү­селәр бүләкләнә, финалға сыҡҡандар үҙҙәренең әҫәрҙәре менән сығыш яһай. Һуңғы этапты 18 марттан да һуңға ҡал­ма­йынса үткәреү күҙаллана.
Эштәрҙе [email protected] электрон адресына ебәрергә йәки баҫма вариантты Дүртөйлө районы Әсән ауылы, Н. Юны­сов урамы, 20 адресы буйынса 1 марттан да ҡалмайынса ебәреү шарт.
Конкурсты Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы филиалы — Шәйехзада Бабич музейы ойоштора.


Вернуться назад