Газ шартланы01.02.2017
Газ шартланы Социаль селтәрҙә республикабыҙҙа газ-һауа ҡатнашмаһы шартлағандан һуң фатирҙа янғын сығыуын сағылдырған видеояҙма донъя күрҙе.
30 ғинуарҙа Белорет ҡалаһының Федор Алексеев урамындағы күп ҡатлы йортта көнкүреш газы шартлай. Һөҙөмтәлә 56 йәшлек фатир хужаһы һәләк була. Торлаҡта ремонт яһаған уның 27 йәшлек ҡыҙы һәм таныштары дауаханаға оҙатыла.
Әле республиканың Тәфтиш комитеты хәлде тикшерә. Күп ҡат­лы йорт әллә ни зыян күрмәгән, төп конструкциялар емерелмәгән.


Вернуться назад