Һөйөнсө: пенсия арта01.02.2017
1 февралдән эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы 5,4 процентҡа арта. Шәхси пенсия коэффициенты хаҡы (пенсия балы) 78,28 һум тәшкил итәсәк. 1 февралгә тиклем ул 74,27 һум ине.
Страховка пенсияһы менән бергә уға теркәлгән түләү ҙә 5,4 процентҡа индексацияланып, 4805,11 һумға етәсәк. Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, пенсияны арттырып түләү өсөн ай һайын өҫтәмә рәүештә 553 миллион һум аҡса талап ителә.
Февралдән ҡартлыҡ, инвалидлыҡ, ҡараусыны юғалтыу буйынса пенсия күләме шулай уҡ 5,4 процентҡа арта. Эшләгән пенсионерҙар иһә хеҙмәт эшмәкәрлеген тамамлағас ҡына индексацияланған пенсияны ала башлаясаҡ.
Әйткәндәй, 1 февралдән республикала ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 13 мең һумға етәсәк.