Хеҙмәтләндереү тиҙләтелә31.01.2017
Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте (“Росреестр”) сайтында Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан мәғлүмәттәрҙе онлайн тәртибендә алырға, документтар ҡабул итергә алдан яҙылырға мөмкин.
“Онлайн тәртибендә күсемһеҙ милек объекттары буйынса белешмә мәғлүмәттәр” хеҙмәте мөлкәттең кадастр хаҡы, уның күләме һәм урынлашҡан ере, уға теркәлгән хоҡуҡтың, сикләүҙәрҙең булыу-булмауы, һалым һалыныуы тураһында белешмәләрҙе тиҙ арала алыу мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, ҡыҙыҡһындырған объектты кадастр йәки шартлы номер, адрес йәки хоҡуҡтың тәртип һаны буйынса ла табырға мөмкин.
Федераль хеҙмәттең сайтында “Ебәрелгән һорауға яуапты тикшереү”, “Электрон документты тикшереү” кеүек хеҙмәттәрҙән дә файҙаланырға була.


Вернуться назад