Ҡытай емештәре ғәйепле түгел31.01.2017
Ҡытай емештәре ғәйепле түгел “Роспотребнадзор” Ҡытайҙан киҙеү вирусы йоҡторолған емеш-еләк таралыуы тураһындағы мәғлүмәтте кире ҡаҡты.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, лаборатор тикшеренеүҙәр барышында еләк-емештә киҙеү вирусы һәм ротавируслы инфекция асыҡланмаған.
Әйткәндәй, киҙеү сирле кеше менән аралашҡанда йоғоуы ихтимал. Әйбергә эләккән вирус 2 – 8 сәғәт эсендә үлә. Шул уҡ ваҡытта эсәр һыу, аҙыҡ-түлек аша киҙеү вирусы таралмай. Эпидемиологтар әйтеүенсә, ротавируслы инфекция ла сирле кешенән йоға. Йоғошло ашҡаҙан-эсәк сирҙәре менән ауырымайым тиһәң, емеш-еләкте, йәшелсәне йыуып ашарға кәрәк.


Вернуться назад