Эскәнһең икән, рулгә ултырма31.01.2017
Башҡортостан юлдарында тикшереү барышында 104 иҫерек водитель тотолған. Шуларҙың етәүһе икенсе тапҡыр туҡтатылған. Улар Рәсәйҙең Енәйәт кодексына ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, иҫкәртеү сараһы барышында республика буйынса 4 меңдән ашыу тәртип боҙоу осрағы теркәлгән. 700-ҙән ашыу водитель юл ҡағиҙәһен тупаҫ боҙған өсөн, 99 автоһәүәҫкәр иһә балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәһен үтәмәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылды.