Ошо көндәрҙә Кремлдең Екатерина залында Владимир Путин фән, мәҙәниәт, медицина, етештереү һәм белем биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн утыҙҙан ашыу кешегә дәүләт наградаларын һәм маҡтаулы исем бирелеүе тураһындағы дипломдар тапшырҙы. Улар араһында яҡташыбыҙ, Өфөнөң 42-се лицейы уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина ла бар ине. Өфө уҡытыусыһы Владимир Путинға Мәскәүҙә Уҡытыусыға һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте. Ул Башҡортостандың Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында уҡытыусыға һәйкәл ҡуйылыуы хаҡында һөйләне.
– Илебеҙҙең баш ҡалаһында ла башланғыс кластар уҡытыусыһына һәйкәл ҡуйылһа, яҡшы булыр ине, – тине Владимир Путинға Өфө уҡытыусыһы.
Лиза Әғәҙуллина әйтеүенсә, ул бер ҡасан да балаларҙан олимпиада призерҙары әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуймаған. Уҡытыусының төп маҡсаты – шәхес тәрбиәләү тигән фекерҙә ул.
– Уҡыусыларым итәғәтле, аҡыллы, ижади фекер йөрөтөүсе, изге күңелле булһын тип тырыштым, – тине педагог. – Бер генә аҡыллы машина ла тере уҡытыусыны алмаштыра алмаясаҡ.