Үзбәкстан – уртаҡ йортобоҙ27.01.2017
Ташкентта Үзбәкстан Республикаһы Интернациональ мәҙәниәт үҙәгенең 25 йыллығы билдәләнде. Оло байрам тамашаһын башҡорт бейеүе “Гөлнәзирә” менән “Үзбәкстан – уртаҡ йортобоҙ” фестивале лауреаты булған “Дуҫлыҡ” башҡорт фольклор ансамбле асты. Ансамбль солистары шулай уҡ ҡумыҙҙа халыҡ көйҙәрен дә уйнап ишеттерҙе.
“Дуҫлыҡ” коллективы етәксеһе, Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Рәйсә Баймырҙина хәбәр итеүенсә, ансамбль сәхнәгә яңы костюмдарҙа сыҡҡан. “Үзбәкстан – уртаҡ йортобоҙ” фестивалендә иң яҡшы фольклор коллективы тип танылып, беҙгә бүләк итеп кейем тектереүгә аҡса бүленгәйне”, – тине Рәйсә Әбделхәй ҡыҙы.
Әйткәндәй, Үзбәкстан халыҡтарының дуҫлығына арналған күргәҙмәләрҙә урындағы ҡоролтай ҡарама­ғындағы “Ағиҙел” клубы һәм “Һандуғас” ансамбле ағзалары ла ҡатнашҡан.


Вернуться назад