Мәктәпкә – халыҡ яҙыусыһы исеме27.01.2017
Мишкә ауылындағы 1-се лицей Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләковтың исемен йөрөтә башланы.
Лицей директоры Евгений Малмыгин әйтеүенсә, белем усағына Флорид Бүләковтың исемен бирергә Мишкә районы хакимиәте тәҡдим иткән. Иҫтәлекле ваҡиғаға яҙыусының яҡындары, хеҙмәттәштәре, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзалары, район хакимиәте етәкселеге килде. Тантанала уҡыусылар әҙиптең әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны, концерт ҡуйҙы.