Йүнселгә матди ярҙам кәрәк27.01.2017
Башҡортостан парламентының быйылғы тәүге ултырышы иҡтисади мөхитте ҡанунилаштырыуға бай булды. Улар, нигеҙҙә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлыраҡ мөхит тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
– Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең былтыр раҫланған стратегияһы ошо тармаҡҡа ҡараған предприятиеларҙың эске тулайым продукттағы өлөшөн арттырыуҙы күҙ уңында тота, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Был бурысты комплекслы эш иткәндә генә атҡарып сығырға мөмкин, шул иҫәптән – ҡануни шарттар булдырыу юлы менән. Эшҡыуарға финанс ярҙамының, йәғни матди дәртләндереүҙең күҙ уңында тотолоуы бәхәсһеҙ. Шуға күрә төп иғтибарҙы туранан-тура финанс ярҙамы бүлеүгә – гарантиялар, субсидиялар, льготалар һәм микрозаймдар биреүгә йүнәлтәбеҙ. Беҙ технологик яңыртыу, халыҡтың тотороҡло мәшғүллеге, иҡтисадтың конкурентлыҡҡа һәләтле булыуы менән даими ҡыҙыҡһынырға тейешбеҙ.