Тимер юлға иғтибар ҙур27.01.2017
Республика йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов менән “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлы начальнигы Рәшит Сәйетбаталов 2017 – 2019 йылдарға хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Рөстәм Мәрҙәнов был сараның әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Быға тиклем дә “Рәсәй тимер юлдары” менән әүҙем хеҙмәттәшлек иттек. Артабан да килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергә эшлекле рәүештә хәл итәсәкбеҙ. Бөгөнгө килешеү иһә артабанғы үҫеш өсөн яңы этәргес буласаҡ. Килешеүҙә көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралған. Уларҙың тәүгеһе йөк ташыу күләменең артыуына бәйле. “Кроношпан” заводы төҙөлөү сәбәпле эш күбәйгәс, Өфөнө көньяҡтан урап үткән икенсе тимер юл һалыу зарурлығы тыуҙы. Дим – Шакша арауығында ҙур тиҙлектәге электр поезы хәрәкәтен ойошторорға кәрәк. Хәүефһеҙлек сараларын күреү ҙә – көн талабы. Иң хәүефле участ­ка­ларҙың береһе – “Шөңгәккүл” станцияһында йәйәү­леләр өсөн үткәүел мәсьәләһен хәл итергә кәрәк.
Рәшит Сәйетбаталов республика менән компания араһындағы килешеүгә ярашлы башҡарыласаҡ эш тураһында һөйләне:
– Рәсәй буйынса тимер юлда йөк ташыу күләме кәмеһә лә, Башҡортостанда был күрһәткес түбә­нәймәне. Пассажирҙар ташыу күләме лә ҡыуандыра. Әммә юл йөрөүселәр автобустарға күсеп бөтмәһен өсөн, электр поездары составын яңыртыу зарур. Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына “Өфө” станцияһында тимер юл вокзалын төҙөкләндереү эштәре лә тамамланасаҡ тип күҙаллайбыҙ.



Вернуться назад