Һаулығыңды тикшерҙеңме?25.01.2017
Былтыр Башҡортостанда диспансерлаштырыу барышында белгестәр ҡан әйләнеше, эндокрин һәм бәүел-енес ағзалары сирҙәрен йышыраҡ асыҡлаған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә 733 меңдән ашыу кеше һаулығын тикшерткән. Диспансерлаштырыуға 85 медицина ойошмаһы һәм күсмә медицина бригадалары йәлеп ителгән.
Ауырыуҙар араһында беренсе урынды ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары (27,9 %), икенсене – эндокрин система (24,1 %), өсөнсө урынды бәүел-енес ағзалары сирҙәре (11 %) биләй. Социаль әһәмиәтле ауырыуҙар араһында туберкулездан, яман шештән, шәкәр диабетынан, ҡан баҫымынан, йөрәктең ишемик сиренән яфаланыусылар байтаҡ.
Диспансерлаштырыу йомғаҡтары буйынса халыҡтың 23,1 процентында бер ниндәй ҙә сир асыҡланмаған, 34,5 процентында теге йәки был ауырыуҙы иҫкәртеү шарт, 35,9 процентында табип күҙәтеүе һәм махсус медицина ярҙамы күрһәтеү талап ителә.
Быйыл 735 меңдән ашыу кешенең һаулығын тикшереү күҙаллана. Быйыл уҙған быуаттың 90-сы (1996, 1993, 1990), 80-се (1987, 1984, 1981), 70-се (1978, 1975, 1972), 60-сы (1969, 1966, 1963, 1960), 50-се (1957, 1954, 1951), 40-сы (1948, 1945, 1942), 30-сы (1939, 1933, 1930), шулай уҡ 1927 йылда тыуғандар диспансерлаштырыу үтергә тейеш.