Пенсия арта25.01.2017
1 февралдән страховка пенсияһының уртаса күләме 294 һумға артып, 5 724 һум тәшкил итәсәк. Ҡартлыҡ, I һәм II төркөм инвалидлығы буйынса страховка пенсиялары иһә 246 һумға үҫеп, 4 559 һумға, ҡараусыны юғалтыуға бәйле һәм III төркөм инвалидлығы буйынса пенсия 123 һумға артып, 2 402 һумға етәсәк.
Рәсәй Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, әле илебеҙҙә 30 миллионға яҡын кеше страховка пенсияһын ала. Был яңылыҡ шулай уҡ ата-әсәһенең икеһен дә юғалтҡан балаларға, 80 йәше тулған пенсионерҙарға, I төркөм инвалидтарына, граждандарҙың башҡа категорияларына ҡағыласаҡ. Страховка пенсиялары Пенсия фонды бюджеты аҡсаһы иҫәбенә арттырыласаҡ.