Тәбиғәт һаҡсылары дәрес бирә25.01.2017
Башҡортостандың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре “Бөтә Рәсәй ҡурсаулыҡтар дәресе” проектына ҡушыла. Сара Рәсәйҙә Экология йылы планына индерелгән һәм илебеҙҙә ҡурсаулыҡтар системаһының 100 йыллығына арнала. Проекттың бурысы – юбилей йылында Рәсәй Федерацияһының ҡурсаулыҡтар системаһы тураһында мәғлүмәт таратыу.
Сараға ярашлы, тәбиғәт парктары һәм заказниктары хеҙмәткәрҙәре төбәктәрҙәге мәғариф ойошмаларында биология, география, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү, тарих, әҙәбиәт һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрендә ҡурсаулыҡтар хаҡында һүҙ алып бара.
Республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып бындай сараларҙы “Ҡандракүл” һәм “Асылыкүл” тәбиғәт парктары, шулай уҡ “Бишбүләк”, “Шөңгәккүл” заказниктарының инспекторҙары ойошторҙо. Дәрестәрҙә улар балаларҙы республикабыҙҙағы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең барлыҡҡа килеү тарихы һәм уларҙың бөгөнгө хәле менән таныштырҙы, кеше ҡулы теймәгән, уның йоғонтоһона дусар ителмәгән тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштырҙы. Әле Башҡортостандағы бөтә заказниктарҙың һәм тәбиғәт парктарының проектҡа ҡушылыуы көтөлә. Дәрестәрҙе шулай уҡ уҡытыусылар һәм ирекмәндәр үткәрә ала. Бының өсөн интернет селтәрендәге заповедныйурок.рф онлайн-майҙансығына инергә кәрәк.


Вернуться назад