Ишектәр асыҡ, рәхим итегеҙ!25.01.2017
Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты 28 ғинуарҙа Асыҡ ишектәр көнө үткәрә.
Сара көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана. Адресы: Өфө ҡалаһы, Мөҡсинов урамы, 2. Абитуриенттар институт етәкселәре менән осрашасаҡ, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап аласаҡ, институтта бирелгән һөнәрҙәр һәм йүнәлештәр буйынса консультациялар аласаҡ. Бынан тыш, курсанттарҙың йәшәү шарттары менән дә таныштырасаҡтар. Институттың спорт комплексында спортсыларҙың сығышын ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ абитуриенттарға уҡыу йорто тураһында видеофильм күрһәтәсәктәр.