Көйәрмәнде һөйөндөргән көн24.01.2017
Аҙна буйы барған хоккей байрамы тамам. Үткән ял көндәрендә иһә сараның иң көтөп алған өлөшө булды. Шәмбе “Өфө-Арена”ла оҫталыҡ тамашаһы уҙһа, йәкшәмбе – “Йондоҙҙар матчы”.
Шуныһы мөһим – урындағы көйәрмәндәр ҙур ҡәнәғәтлек кисерҙе. Беренсенән, шундай оло спорт байрамына шаһит булһалар, икенсенән, ике көндә лә “Салауат Юлаев” уйынсылары ингән “Көнсығыш” командаһы еңде.
Быйыл оҫталыҡ тамашаһына ла бер нисә яңылыҡ индерел­гәйне. Һөҙөмтәлә командаларға бәйгенең ете төрөндә көс һы­на­шырға тура килде. 5:2 иҫәбенә “Көнсығыш” еңеп сыҡты! Әйт­кәндәй, юлаевсы Әнүәр Лисин бынан һуң лиганың иң етеҙ спорт­сыһы исемен йөрөтә! Ә бит ул иң һуңғы мәлдә “Авангард”тан Владимир Соботканы алмаштырҙы...
“Йондоҙҙар матчы”нда иһә боҙға дүрт команда сыҡты. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель, Континенталь хоккей лигаһы президенты Дмитрий Чернышенко тәбрикләне.
Чернышов исемендәге дивизион коллективы составына Өфө­нән һаҡсылар Захар Арзамасцев менән Сами Леписте, һөжүм итеүселәр Кирилл Капризов менән Әнүәр Лисин да инде. Улар тәүҙә ошо уҡ Көнсығыш конференцияһынан Харламов дивизионы командаһын 4:3 иҫәбенә отто. Артабан финалда Тарасов дивизионы командаһына ла лайыҡлы ҡаршы торҙолар. 3:2 – беҙ еңеүсе!



Вернуться назад