Ул ҡалдырған моң һүнмәй24.01.2017
31 ғинуарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Арыҫлан Йәнбәковтың хәтер кисәһе буласаҡ.
Үкенесле рәүештә йәшләй арабыҙҙан киткән талантлы актер һәм режиссерҙы тамашасылар әле лә һағынып телгә ала.
Арыҫлан Сибай ҡалаһында тыуып үҫә. Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағас, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында хеҙмәт юлын башлай. 2004 йылда иһә ул Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә сыға. Театр актеры, режиссер булып эшләй. Мәскәүҙең Б. Щукин исемендәге театр институтының режиссура бүлеген тамамлай.
Етди, талапсан, тырыш Арыҫлан Йәнбәков һәр ролен күңеленән үткәреп, бирелеп уйнаны. “Һуңғы ғәйнә”лә Юлдыҡай, “Сәсәндәр”ҙә Айбағыш, “Ҡоҙаса”ла Басир һәм башҡа ролдәре һаман күҙ алдында. Йөрәге тулы моң ине уның. 2002 йылда “Ирәндек моңдары” халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында лауреат исемен яуланы, “Сәсәндәр” бәйгеһендә махсус бүләккә лайыҡ булды.
Һуңғы йылдарҙа Арыҫлан Йәнбәков Н. Ғәйетбаевтың комедияһы буйынса “Әй әттәгенәһе, ирем ҡайтты!”, С. Әбүзәровтың пьесаһы буйынса “Хыялый” спектаклдәрен ҡуйҙы.