Әсәлек капиталы хаҡында24.01.2017
Башҡортостан прокуроры Андрей Назаровтың закон сығарыу тәҡдиме буйынса Әсәлек капиталын алыу ғәмәленә үҙгәрештәр индергән Федераль закон ҡабул ителде.
Күҙәтеү ведомствоһы башлығы капиталды алыу өсөн кәрәкле документтар исемлеген үҙгәртергә тәҡдим итте. Атап әйткәндә, был яңылыҡ ғариза яҙыусылар тарафынан торлаҡҡа хоҡуҡты раҫлау тәртибенә ҡағыла. Бындай үҙгәрештәр балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү алымдарын яйға һалыуға, уларҙы ябайлаштырыуға йүнәлтелә. Яңылыҡтар дәүләт ярҙамы сараларын камиллаштыра, 2012–2017 йылдарға иҫәпләнгән Балалар мәнфәғәтендәге ғәмәлдәрҙең милли стратегияһы маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә. Прокурорҙың башланғысы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан хупланды һәм тикшереү өсөн Дәүләт Думаһына ебәрелде. Былтыр декабрь аҙағында законды Федераль Йыйылыш ҡабул итте, һәм Рәсәй Президенты уға ҡул ҡуйҙы. 1 ғинуарҙан ул үҙ көсөнә инде.