Хеҙмәт хаҡы арта20.01.2017
Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы күҙаллауынса, 2017 йылда рәсәйҙәрҙең эш хаҡы артасаҡ. Ведомство башлығы Максим Топилин “Рәсәй гәзите”нә биргән интервьюһында ошо турала белдерҙе.
“2016 йыл йомғаҡтары буйынса реаль хеҙмәт хаҡының артыуын күрербеҙ”, — тине Топилин. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы башлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бында “Президенттың бюджет өлкәһендә эш хаҡын күтәреү тураһындағы указдарын тормошҡа ашырыу ҙа роль уйнай”.
Бынан тыш, Максим Топилиндың фекеренсә, 2017 йылда эшһеҙлек артмаясаҡ.
“Ул былтырғы күрһәткестәр сиктәрендә тирбәлер, моғайын, — тип иҫәпләй ул. — Һәр хәлдә, бөгөнгә хәлде ҡырҡа үҙгәртеү өсөн нигеҙ юҡ”.
Шулай уҡ, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы башлығы хәбәр итеүенсә, “пенсия йәшен арттырыу өсөн дә ваҡыт етмәгән әле”.