“Блокада икмәге”н ашап ҡарағыҙ20.01.2017
Башҡортостанда “Блокада икмәге” республика акцияһы уҙғарыла. Ул 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград блокадаһын өҙөүгә арнала.
Акцияны Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы менән йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге ойоштора. Сараның маҡсаты — тарихты боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы көрәшеү, йәштәрҙе Бөйөк Ватан һуғышының төп этаптары менән таныштырыу, рухи, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыу.
Йәмәғәт палатаһы уҡыусыларҙы, студенттарҙы, йәмәғәт ойошмалары, эҙәрмән отрядтары, хәрби-патриотик клубтар һәм ветеран ойошмалары вәкилдәрен акцияла ҡатнашырға саҡыра.