Аграрийҙар сәсеүгә әҙерләнә20.01.2017
Республика аграрийҙары әле планлаштырылған минераль ашламаның 11,3 процентын (6,8 мең тонна) һатып алған. Бер йыл элек төбәктә был күрһәткес 3 мең тоннанан ашыу (6,4 процент) булған.
Республика буйынса уртаса алғанда бер гектар сәсеүлеккә 2,2 килограмм ашлама тура килә. Был йәһәттән Дәүләкән районы уңышлы эшләй. Унда һәр гектарға 15 килограмм ашлама тура килә. Ҡырмыҫҡалы һәм Ғафури райондарында ошо күрһәткес – 13 һәм 12,7 килограмм.
Бынан тыш, аграрийҙар үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын да туплай. Башҡортостан буйынса 52 тонна препарат алынған, былтыр иһә был күрһәткес 34 тонна тәшкил иткән.