Өфөләге дәүләт автоинспекцияһы “Ҡаршы һыҙат” операцияһын үткәрә. Юл фажиғәләрен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар 10 ғинуарҙа башланып, 12 февралгә тиклем дауам итәсәк. ЮХХДИ бүлегендә хәбәр итеүҙәренсә, ике, шулай уҡ бер тотош һыҙыҡты киҫеп үткән өсөн транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан 4-6 айға мәхрүм итеү йәки бер меңдән биш мең һумға тиклем штраф һалыу ҡарала. Ҡағиҙәне ҡайтанан боҙған өсөн бер йыл буйы рулгә ултырыуҙы тыясаҡтар йәки биш мең һум штраф түләтәсәктәр. Шул уҡ ваҡытта юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағы автоматлаштырылған тәртиптә эшләгән камераға төшөрөлөргә тейеш.
Йыл башынан алып баш ҡалала 61 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Фажиғәлә бер кеше һәләк булған, 75-е имгәнгән. Аварияларҙың төп сәбәптәренең береһе – автомобилдәрҙең ҡаршы һыҙатҡа сығыуы.