Әмир Хәсәнов менән хушлашыу18.01.2017
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Ҡара диңгеҙ өҫтөндә “Ту-154” самолетында авиаһәләкәттә һәләк булғандар менән бәхилләштеләр. Мәрхүмдәр араһында яҡташыбыҙ, 53 йәшлек полковник Әмир Хәсәнов та бар ине.
Авиаһәләкәт ҡорбандары Мытищи ҡалаһындағы федераль мемориаль хәрби зыяратта ерләнде. Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатырға уның ҡатыны, әсәһе һәм ике балаһы килгәйне. Башҡортостан Республикаһы исеменән ҡәбергә венок һалынды.
Әмир Хәсәнов 1963 йылда Федоровка районының Балыҡлы ауылында тыуған. 1984 йылда Ырымбур юғары зенит ракетаһы училищеһын тамамлай. 1984 – 1985 йылдарҙа Германияла хеҙмәт итә. 1989 йылдан Байкал аръяғы (Себер) хәрби округтарында төрлө вазифаларҙа эшләй, гвардия зенит-ракета бригадаһы командиры була. 1996 – 1999 йылдарҙа һауа оборонаһына ҡаршы ғәскәрҙәрҙең хәрби академияһында уҡый.