ОСАГО юллайым тиһәң...18.01.2017
ОСАГО юллайым тиһәң... Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе эксперттары Башҡортостанда, автограждан яуаплылығын мотлаҡ страховкалау тураһындағы законға индерелгән төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алып, ОСАГО полисын алыу системаһына мониторинг үткәрәсәк. Әйткәндәй, яңы ҡағиҙәләр быйыл 1 ғинуарҙан ғәмәлгә инде.
“Транспорт саралары хужаларының граждан яуаплылығын мотлаҡ страховкалау тураһында”ғы Федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, страховка компаниялары мөрәжәғәт иткән һәр кеше менән ОСАГО буйынса электрон килешеү төҙөү мөмкинлеген тәьмин итергә тейеш. Былтыр Башҡортостан ошо мәсьәлә буйынса етешһеҙлектәр күпләп теркәлгән төбәктәр иҫәбенә ингәнгә күрә, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары полис алыу мөмкинлегенә анализ яһаясаҡ. Фронттың төбәк штабы етешһеҙлектәр тураһында [email protected] электрон почтаһына хәбәр итеүҙе һорай.


Вернуться назад