Алдана күрмәгеҙ!18.01.2017
Башҡортостан пенсионерҙарын биш мең һумлыҡ бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе алғанда һаҡ булырға саҡыралар. “Берҙәм Рәсәй” алдаҡсыларҙың тоҙаҡ ҡороуы хаҡында хәбәр итә. Енәйәтселәр һәр нәмәгә ышанған өлкәндәрҙе үҙҙәренең яуыз мәнфәғәтендә файҙаланырға тырыша.
Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында билдәһеҙ әҙәмдәр, үҙҙәрен Пенсия фонды хеҙмәткәре тип таныштырып, өлкәндәрҙән шәхси мәғлүмәтте, банк иҫәбен алған һәм ундағы бөтә аҡсаны урлаған.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны алыу өсөн ғариза талап ителмәй, Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре фатирҙар буйлап йөрөмәй, электрон хат ебәрмәй, банк мәғлүмәттәрен һорамай.
Әле Башҡортостанда 740 мең пенсионер ошо аҡсаны алған. Был маҡсатҡа 5,805 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.