Пенсия ике мәртәбә артасаҡ17.01.2017
Быйылғы 1 февралдән илебеҙҙә страховка пенсиялары, уҙған йылдағы инфляция кимәленә ҡарап, 5,4 процентҡа индексациялана.
Бынан тыш, 1 февралдән балалар пособиеһы, һуғыш ветерандарына һәм инвалидтарға түләүҙәр 5,4 процентҡа арта. 1 апрелдә иһә пенсияларҙы икенсе тапҡыр индексациялау көтөлә. 2017 йылда дөйөм индексация 5,8 процент тәшкил итәсәк, тип хәбәр итә үҙәк киң мәғлүмәт саралары.
Илебеҙ пенсионерҙары биш мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе ала башлаған да инде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 11 ғинуарғаса был аҡса 4 миллион кешенең иҫәбенә күскән. Аҡса, ғөмүмән, 44 миллионға яҡын пенсионерға тапшырылырға тейеш.
Илдең Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, былтыр ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 13,2 мең һум булған.