Иҫке автобустарҙан ҡотолорға иртәрәк17.01.2017
Ойошторолған балалар төркөмөн йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән автобустарҙы 10 йылдан ашыу файҙаланыуҙы тыйған рәсми документтың үҙ көсөнә инеү ваҡыты ярты йылға кисектерелгән.
“ТАСС” агентлығы Рәсәйҙең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына һылтанып хәбәр итеүенсә, ил Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, автобустың сығарылыу йылына ҡағылышлы талаптар буйынса үҙгәрештәр 2017 йылдың 1 июлендә генә ғәмәлгә инәсәк. Был сара ойошторолған балалар төркөмөн йөрөтөүселәргә автобустар паркын билдәләнгән талаптарға тура килтереп яңыртырға өҫтәмә ваҡыт бирәсәк.


Вернуться назад