Уңайлы мөхит киңәйә17.01.2017
Башҡортостанда зәғиф балалар һаны йылдан-йыл 500 самаһы кешегә арта. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты ултырышында республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников хәбәр итте. Әлеге ведомство инвалидтарға социаль ярҙамды көсәйтеү тәҡдиме менән яңы закон проекты әҙерләгән.
Министр урынбаҫары әйтеүенсә, быйылғы 1 ғинуарға тиклем тупланған мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда физик мөмкинлектәре сикләнгән 300 меңгә яҡын кеше йәшәй. Граждандарҙың бындай категорияһына ҡараусылар дөйөм республика халҡының 7,2 процентын тәшкил итә, йәғни беҙҙәге һан Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестән түбәнерәк. Ғәриптәр араһында 2 процент самаһы – коляска ярҙамында хәрәкәтләнеүселәр, 2,2 проценты – ишетеү, 4,5 проценты – күреү һәләте буйынса инвалидтар. Тап ошо категорияларға, Юрий Мельниковтың әйтеүенсә, тәү сиратта уңайлы йәшәү шарттары булдырыу мөһим. Шуның менән бәйле республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеү тураһындағы законға һәм тағы ла бер нисә норматив актҡа үҙгәрештәр индереү хаҡында закон проекты тәҡдим итә. Ундай документ Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевтың ҡушыуы буйынса федераль кимәлдә лә әҙерләнгән.
Комитет тарафынан хуплау тапҡан һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яҡын аралағы пленар ултырышында тәүге уҡыуҙа тикшереләсәк закон проекты республика биләмәһендә инвалидтарға төрлө йәшәйеш объекттарын һәм хеҙмәттәрен ҡаршылыҡһыҙ ҡулланыу мөмкинлеге булдырыуға йүнәлтелгән. Был ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн төбәк бюджетынан өҫтәмә аҡса талап ителмәйәсәк.