Эшһеҙҙәргә ни саҡлы түләнә?17.01.2017
Декабрҙә Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 4159 һум, йәғни эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленә ҡарата 46,3 процент тәшкил итте.
Әлеге ваҡытта эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы – 8982 һум. 2016 йылдың октябрендә республикала уртаса эш хаҡы күләме 27 217,6 һумға еткән.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, уҙған йыл аҙағында республикала 23,6 мең кеше рәсми рәүештә эшһеҙ тип иҫәпләнгән. Дөйөм алғанда, бер йылда төбәктең 49,2 меңдән ашыу кешеһе эшһеҙ статусын алған.


Вернуться назад