Ялған араҡы тикшереүгә оҙатылды17.01.2017
Республикала тәртип һаҡсылары лицензияһыҙ сауҙа селтәренә сығарылған 40 литр алкоголде һатыуҙан алды. Спиртлы продукция менән сауҙа итеү осраҡтары Стәрлетамаҡ, Туймазы, Бәләбәй, Бүздәк һәм Кушнаренко райондарында теркәлде.
Стәрлетамаҡтағы сауҙа нөктәләрен тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре күләме 100 миллилитрлыҡ 117 шешә таба. 54 йәшлек һатыусыға ҡарата “Ирекле сауҙа итеү тыйылған йәки сикләнгән тауарҙы законһыҙ һатыу” тигән статья буйынса административ протокол төҙөлдө.
Ошондай уҡ хәл Туймазыла ла асыҡланды. Сауҙа павильондарының береһендә 110 шешәлә тыйылған эсемлек табылды. Һатыусыға ҡарата протокол төҙөлдө. Әле алкоголь экспертизаға ебәрелде.


Вернуться назад