Борайҙа марал үрсетәләр17.01.2017
Борайҙа марал үрсетәләр Борай районында “Толпар” һунар хужалығы асылды. Унда марал үрсетергә ниәтләйҙәр.
Бындағы һунар билә­мәләренең дөйөм май­ҙаны – 32 гектарҙан ашыу. Әле ҡабан һәм ала-сыбар болан аҫрайҙар. Ҡабан­дар һаны 150-гә етә, боландар иһә – етәү. Тиҙҙән 2 мең баш марал һатып алып, 7-8 йыл эсендә уларҙы 15 меңгә еткерергә планлаштыралар. Был йәнлектәрҙең ҡатып етмәгән мөгөҙө шифалы үҙенсәлектәргә эйә. Һунар хужалығы етәксеһе урынбаҫары Валерий Антипов әйтеүенсә, киләсәктә республикала марал мөгөҙө менән дауалау буйынса тәүге шифахананы төҙөү ниәте бар.
Республикала тормошҡа ашырылған 2030 йылға тиклем һунар хужалығын үҫтереү концепцияһының төп маҡсаттарының береһе – вольерҙар булдырыу. Документта ҡырағай йәнлектәр һанын арттырыу, инвестиция йәлеп итеү ярҙамында цивилизациялы һунар ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү ҡарала. Әле төбәктә 128 һунар хужалығы иҫәпләнә.


Вернуться назад