Законды боҙоусылар яуап бирәсәк17.01.2017
Башҡортостан таможняһы Ҡурған фирмаһына федераль ҡаҙнаға 600 мең һумдан ашыу аҡса түләү бурысын йөкмәтте.
Таможня контроле бүлеге етәксеһе Руслан Метелев әйтеүенсә, бер көнлөк фирма рәүешендәге күрше төбәк ойошмаһы Ҡырғыҙстандан йүнәтеү өсөн совет осоронан ҡалған иҫке өс локомотивты килтергән. Хеҙмәттең был төрө таможня түләүҙәре буйынса льготалылар исемлегенә инә. Әммә улар локомотивты рөхсәт ҡағыҙында күрһәтелмәгән предприятиеға тапшырып, ҡануниәтте боҙған. Бәлки, ҡурғандар ошо рәүешле һалым түләүҙән ҡасырға ниәтләгәндер.
Башҡортостан таможнясылары Ҡурған өлкәһе һалым хеҙмәтенән ошо турала хәбәр алған һәм документтарҙағы теүәлһеҙлекте асыҡлаған.
– Әле локомотивтарҙы килтергән фирма таможня түләүҙәре буйынса ташламаларҙан мәхрүм ителде һәм 628 мең һумлыҡ пошлина һәм пеня түләргә тейеш. Һалымды ирекле түләү осоро үткәнгә күрә, бурысты ҡайтартыу менән приставтар хеҙмәте шөғөлләнәсәк. Бынан тыш, Ҡурған эшҡыуарҙарына һалым мәсьәләһен дә хәл итергә тура киләсәк, – тине Руслан Метелев.
Былтыр Башҡортостан таможняһы федераль ҡаҙнаға 5,76 миллиард һумлыҡ таможня түләүен күсергән. Уның төп өлөшөн – 5,3 миллиард һумын – импорт өсөн пошлина тәшкил иткән.