Өй йылытыуҙың яңы алымы17.01.2017
2016 йылда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды Башҡортостандың Туймазы районында йылытыу системаһын яңыртыуға аҡса бүлеү тураһындағы ғаризаһын хуплағайны.
Ошо көндәрҙә муниципалитетҡа Ҡандра һәм Серафимовка ауылдарында ике ҡаҙанлыҡты реконструкциялауға тәүге транш тапшырылды. Заказ Туймазы ҡаҙанлыҡ ҡорамалдары заводында урынлаштырылды, ә ауылдарҙа нигеҙ һалына башланы. Серафимовка өсөн ҡаҙанлыҡты заводта йыйып, әҙер килеш майҙансыҡҡа килтереү күҙаллана. Ҡандра ауылы өсөн ҙурыраҡ һәм ҡеүәтлерәк ҡаҙанлыҡ урында йыйыласаҡ. Эште быйыл апрелдә тамамларға ниәтләйҙәр.


Вернуться назад