Башҡорт ырыуҙарына арналған йәнә бер том11.01.2017
Өфөлә “Башҡорт ырыуҙары тарихы: Һалйот, Терһәк, Һеңрән, Бәкәтин, Һырҙы, Шуран” (“История башкирских родов: Сальют, Терсяк, Сынрян, Бикатин, Сырзы, Шуран”) тигән яңы том донъя күрҙе.
Баҫма билдәле башҡорт тарихсылары, Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре, “Шәжәрә” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры, “Башҡорт ауылдары тарихы” проекты етәксеһе Салауат Хәмиҙуллин менән философия фәндәре кандидаты, Шәжәрә үҙәге мөдире Рәфил Аҫылғужин мөхәрририәтендә сыҡты.
Монографияла Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорт ырыуҙарының этник тарихы, урынлашыу мәсьәләһе ҡарала, ошо ырыуҙарҙың биләмәләрен сағылдырған таблицалар һәм карталар, 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре индерелгән. Шулай уҡ экспедиция осоронда йыйылған фольклор материалдары, хәҙерге башҡорттарҙың фотолары бирелгән.
Китаптың авторҙары тиҙҙән яңы баҫманы Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенә ебәрәсәк. Вәкиллек үҙ сиратында китаптарҙы башҡорттар йәшәгән райондарға, китапханаларға, мәктәптәргә һәм милли йәмәғәт ойошмаларына бүләсәк.