Фотокүргәҙмәлә – тәбиғәт матурлығы11.01.2017
Бөгөн республиканың Милли музейында “Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы” фотокүргәҙмәһе асыла.
Күргәҙмә Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына, Рәсәйҙә ҡурсаулыҡтар системаһының 100 йыллығына арнала. Фотоларҙа Уралдағы иң ҡатмарлы һәм оҙон Ҡотоҡ-Сумған мәмерйәһен, Күперле шарлауығын, карст күперен, Нөгөш һәм Йомағужа һыу һаҡлағыстарын, “Башҡортостан” милли паркының гүзәл тәбиғәтен, башҡа бик күп иҫтәлекле урындарҙы күрергә мөмкин.