Ҡар почтаһы”на фотоялыуҙар килә11.01.2017
Ҡар почтаһы”на фотоялыуҙар килә Өфөләр “ҡар почтаһы”на – [email protected] сайтына ихаталарҙағы һәм баш ҡала урамдарындағы көрткә фотоялыуҙар ебәрә ала.
Электрон йәшник ҡаланы ҡарҙан таҙартыуҙы анығыраҡ ойоштороу өсөн коммуналь хеҙмәттәргә ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Башҡарылған эш тураһында отчет Өфө хакимиәте сайтында даими урынлаштырыласаҡ. Электрон почтаға ҡар баҫҡан ихаталарҙың, урамдарҙың фотоһын ебәрергә, уның аныҡ адресын, фотоға төшөрөү датаһын күрһәтергә кәрәк.
Мәғлүмәттәр дөйөмләштереп, анализлағандан һуң баш ҡала райондарының хакимиәттәренә тапшырыласаҡ. Коммуналь хеҙмәттәр иһә был йәһәттән тейешле сара күрәсәк.


Вернуться назад