Сүплектәрҙең “халыҡ картаһы”11.01.2017
2017 йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда “Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы” тип иғлан ителде.
Экология йылының федераль планында төп өлөш ҡалдыҡтар менән эш итеүгә, законһыҙ полигондарҙы ябыуға, сүплектәрҙең “халыҡ картаһы”н булдырыуға, терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙы һәм батарейкаларҙы йыйыу системаһын ғәмәлгә индереүгә, предприятиеларҙы ҡайтанан йыһазландырыуға һәм “йәшел” технологияларға күсеүгә арнала.
Илебеҙҙә Экология йылы икенсегә үткәрелә. Беренсе тапҡыр ул 2013 йылда булғайны. Исемле йылды финанслау күләме 347 миллиард һумдан ашыуға төшәсәк.
Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә йыл һайын биш миллиард тоннанан ашыу ҡалдыҡ барлыҡҡа килә, законһыҙ сүплектәр һаны иһә 20 меңдән ашыу. Ошоға бәйле Экология йылын үткәреү планында ҡала һәм райондарҙағы полигондарҙы һәм сүплектәрҙе экологик яҡтан тәртипкә килтереү күҙаллана.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 2017 йылда асыҡ мәғлүмәт системаһын – сүплектәрҙең “халыҡ картаһы”н ғәмәлгә индерергә ниәтләй. Унда һәр кеше законһыҙ сүплектәр хаҡында белдереү, уның ябылыуын күҙәтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Республикабыҙҙа шулай уҡ махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылының планы раҫланды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев әйтеүенсә, республика планына атмосфера һауаһын, һыу объекттарын, ер ҡатламдарын, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлау, халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереү өлкәһендәге 100-ҙән ашыу сара индерелгән. Быйыл сәнәғәт предприятиеларында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән ҙур проекттар тормошҡа ашырыласаҡ.


Вернуться назад