Батырлыҡҡа һәр саҡ урын бар11.01.2017
“Республика Башкортостан” гәзите редакцияһы дүртенсе йыл рәттән “Йыл кешеһе” номинацияһында еңеүселәрҙе билдәләй. Был юлы гәзит ун кешене бүләкләне. Уларҙың һәр береһе – үҙ эшенең оҫтаһы, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер батырҙар, илһөйәрҙәр.
Бүләкләнеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләне. Рөстәм Зәки улы уларҙың һәр береһенең ҡулын ҡыҫып рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, яҡыныраҡ танышты.
– Ошо рубрика аҫтында сыҡҡан һәр мәҡәлә менән танышып барам. Башҡа матбуғат саралары сенсация артынан ҡыуған мәлдә, халыҡҡа ошондай ыңғай мәҡәләләр тәҡдим итеү маҡтауға лайыҡ. Тап һеҙҙең геройҙарығыҙ кеүек кешеләр халыҡты рухландыра, уларҙан өлгө алғы, тиңләшке килә. Нисек кенә булмаһын, һеҙҙең миҫалығыҙҙа йәнә бер тапҡыр тормошта батырлыҡҡа урын бар тигән һүҙбәйләнешкә яңынан инанаһың. Быйылғы йыл һеҙгә тетрәнеүҙәр алып килмәһен, – тине Рөстәм Зәки улы.
Бүләкләнеүселәр араһында иң йәше Учалы районынан Айнур Мәннәнов ине. Бындай тантаналы сарала тәүгә ҡатнашҡанға ла, малай бер аҙ ҡаушап ҡалды. Йәйгеһен ул һыуға батҡан тиҫтерен ҡотҡарған. Үҫкәс янғын һүндереүсе булырға хыяллана. Һыу буйында бер секундҡа ла юғалып ҡалмаған батыр республика етәксеһе алдында баҙап ҡалды. Быны күргәс, Рөстәм Зәки улы Айнурҙы эргәһенә саҡырып алды ла үҙенең кабинетын күрһәтте, “Аҡ йорт” буйлап экскурсия үткәрҙе.