Хеҙмәт кодексын беләһеңме?10.01.2017
Күп кенә йәш кеше белем алыу осоронда эшләй, каникулында ла тик ятмай. Бына ошо эш осоро һәм эш хаҡы түләнгән производство практикаһы хеҙмәт стажына инә.
Ә студенттың уҡыуы ваҡытындағы эше (работа по совместительству) стажға һаналмай, тигән фекер дөрөҫ түгел. Студенттың эшләүе уның шәхси ҡарамағында, әммә ул ғәҙәти хеҙмәткәр эйә булған хоҡуҡтарға эйә. Әгәр йәш белгес тәүге тапҡыр эшкә урынлаша һәм уның хеҙмәт кенәгәһе юҡ икән, эш биреүсе бер аҙна эсендә документ булдырып, уны йәш кеше алдында тултырырға тейеш.
***
Өс йәшкә тиклемге балаһы булған эшләгән әсәне командировкаға ебәреү, өҫтәмә эшкә йә төнгө ваҡытҡа, ял көндәре эшләүгә йәлеп итеү өсөн уның яҙма рөхсәте кәрәк.
Был турала Рәсәй Хеҙмәт кодексының 259-сы статьяһында хәбәр ителә.
***
Ҡатын кеше бала көтһә йә балаһы булһа, был уны эшкә алмаҫҡа тигән һүҙ түгел.
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 64-се статьяһында ошо турала әйтелгән. Енәйәт кодексында ла буласаҡ әсәне, өс йәшкә тиклемге балаһы булған ҡатынды нигеҙһеҙ эштән ебәреүсенең, эшкә алмаусының яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейешлеге билдәләнгән.“