Йәшерергә тырышһаң...10.01.2017
Рәсәйҙә мөлкәт, ер, транспорт һалымдарын түләмәгәндәр өсөн яңы штраф төрҙәре бойомға ашырыла башланы.
Хәҙер граждандар милке хаҡында үҙҙәре хәбәр итергә тейеш. Кире осраҡта был һалымдан ҡасыу тип баһаланасаҡ. Мәғлүмәтте тейешле инспекцияға үҙең генә түгел, вәкил аша ла еткерергә мөмкин. Өҫтәүенә заказлы хат итеп почтанан, йәки Интернет аша электрон формала, шулай уҡ һалым түләүсенең шәхси кабинетынан юлларға була. Ведомствоның сайтына махсус форма ҡуйылған.
Быйылдан башлап граждандарҙан “күҙгә күренмәй торған” объекттар тураһында хәбәр алып, һалым инспекцияһы вәкилдәре үткән өс йыллыҡ дөйөм һалым күләмен иҫәпләп сығарасаҡ. Шул уҡ ваҡытта милеккә хоҡуҡ алыу мәле иҫәпкә алынасаҡ.