Асыҡ булһын өсөн10.01.2017
Эшҡыуарҙар 1 февралгә тиклем үҙ теләге менән яңы контроль-касса техникаһынан файҙаланыуға күсә ала: был һалым хеҙмәтенә һатыуҙар хаҡындағы мәғлүмәтте онлайн тапшырыу мөмкинлеген аса.
Киләһе йылдың 1 июленән һалым һалыуҙың патент системаһын ҡулланғандар, тауар чегы биргәндәр, сауҙа автоматтары менән идара иткәндәр, әле бланк биреп төрлө хеҙмәт күрһәткәндәр барыһы ла онлайн-кассаға күсергә тейеш. Эшмәкәрлек йүнәлешен күҙ уңында тотоп, контроль-касса техникаһын ҡулланыу ҡайһы берәүҙәргә мотлаҡ тип һаналмай. Мәҫәлән, гәзит-журнал, киоскта туңдырма, айырым миҙгелдә йәшелсә-емеш һатҡандарға, аяҡ кейемен ремонтлау, буяу менән шөғөлләнгәндәргә, төпкөлдә йәшәгәндәргә һәм башҡаларға.
Контроль-касса техникаһын ҡулланмаған өсөн административ штраф ҡаралған. Ҡағиҙәне боҙоу осрағы ҡабатлана икән, әйтәйек, вазифалы кешенең квалификацияһынан мәхрүм ителеүе, ә ойошманың эшмәкәрлеге туҡтатылыуы ихтимал.
Был үҙгәрештәр һатып алыусыға электрон чек алыу, әгәр ҡағиҙә боҙоу осрағы күренһә, һалым органына ебәреү һәм башҡа мөмкинлектәрҙе аса.