Арбитраж идарасылар нисек эшләй?10.01.2017
Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығына арбитраж идарасыларҙың тейешле эшмәкәрлек алып бармауына дәғүә белдереп мөрәжәғәт иткәндәрҙең һаны былтыр 413-кә еткән (2015 йыл менән сағыштырғанда 35 процентҡа күберәк).
Билдәләнеүенсә, бындай ғариза биргәндәрҙең категорияһы ла үҙгәр­гән. Элек бурыслыларҙан аҡса түләт­тереү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иткән ойошмалар күпселек өлөштө биләп торһа, 2016 йылда – эш хаҡын ваҡытында алыу талабын ҡуйған граждандар.
Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре былтыр кредиторҙар тарафынан уҙғарылған барлыҡ йыйылыштарҙа (уларҙың һаны – 2 615) ҡатнашҡан. Бындай сара арбитраж идарасыларҙың үҙ эшенә намыҫлы, етди ҡарауына бу­лышлыҡ ҡыла, ҡатмарлы мәсьәлә­ләрҙе урында хәл итеү мөмкинлеген бирә, һәр яҡлап тәртипте нығыта.
2016 йылда 200 самаһы предприятиела банкротлыҡ процедураһын үткәргәндә ҡағиҙәләрҙе үтәмәү осрағы билдәләнгән. Ундайҙарға – федераль ҡануниәтте боҙғандарға – дисциплинар, гражданлыҡ-хоҡуҡи һәм административ яуаплылыҡ саралары ҡаралған. Был йәһәттән эшмәкәрлек йылдан-йыл көсәйә, киңерәк ҡолас ала. Мәҫәлән, былтыр идаралыҡҡа килгән ғаризалар буйынса 120 арбитраж идарасы административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Дәүләт органы булараҡ, идара­лыҡтың эшмәкәрлеге социаль мәсьә­ләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Шуға ла кешеләргә хеҙмәт хаҡын түләт­тереү маҡсатында ойошма-пред­приятиеларҙың банкротлыҡ процеду­раһын ваҡытында үткәреүгә ҙур иғтибар бирелә. Арбитраж идарасы­ларҙың ҡағиҙә боҙоуы күпселектә тап ошо осраҡтарҙа теркәлә лә. Әйтәйек, улар банкротлыҡ сараһын һуҙа, ни­геҙһеҙ сығымдар билдәләй, кре­диторҙар йыйылышына, судҡа дөрөҫ отчет бирмәй һәм башҡалар.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары ла был мәсьәлә менән ныҡлы шөғөлләнә. Эске эштәр министрлығының Баш­ҡортостандағы идаралығынан алын­ған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2016 йылда банкротлыҡ процедураһында ҡағиҙәгә таянмаған осраҡтар буйынса 14 енәйәт эше теркәлгән, уларҙан кил­гән зыян күләме – 37 миллион һум.


Вернуться назад